ИМАНДАРЫН ӨЛГӨ ИТЕП АЛЫҒЫҘ | ЙОНАФАН
Ул «Дауыттың йән дуҫы булып китте»
Һуғыш тамамлана, һәм Эла үҙәне өҫтөндә тынлыҡ урынлаша. Төштән һуң иҫкән талғын елдән хәрби лагерҙағы сатырҙарҙың туҡымалары елферҙәй. Шаул батша үҙенә килеүселәрҙе ҡабул итә. Уның өлкән улы Йонафан да шунда, барыһы ла тулҡынланып нимәлер һөйләгән йәш көтөүсене тыңлай. Был ашҡыныусан, дәртле егет — Дауыт. Шаул Дауыттың ауыҙынан сыҡҡан һәр һүҙҙе йотлоғоп тыңлап ултыра. Ә Йонафан был ваҡытта ниндәй хистәр кисерә? Ул инде күптән Йәһүә ғәскәрендә хеҙмәт итә, күп данлы еңеүҙәр яулаған. Ләкин бөгөнгө еңеү уныҡы түгел, ә ошо йәш егеттеке. Дауыт әзмәүер Ғәлиәфте үлтерә! Йонафан Дауыттың дан ҡаҙаныуына көнләшәме?
Йонафандың үҙен тотошо ғәжәпләндерергә мөмкин. Изге Яҙмала бына нимә тиелә: «Дауыттың Шаулға әйткән һүҙҙәрен ишеткәс, Йонафан Дауыттың йән дуҫы булып китте һәм уны үҙ йәнен яратҡандай ярата башланы». Йонафан Дауытҡа үҙенең хәрби кәрәк-ярағын, шул иҫәптән уғын бүләк итә. Был бик ҡиммәтле бүләк була, сөнки Йонафан мәргән уҡсы булараҡ дан ҡаҙанған. Унан да бигерәк, Йонафан менән Дауыт ҡаҡшамаҫ дуҫлыҡ һәм үҙ-ара ярҙамлашыу тураһында тантаналы килешеү төҙөй (1 Самуил 18:1—5).
Шулай итеп Изге Яҙмала тасуирланған иң матур дуҫлыҡтарҙың береһе башлана. Ысын иманлы кешеләр өсөн дуҫлыҡ ҙур әһәмиәткә эйә. Әгәр дуҫтарҙы аҡыл менән һайлаһаҡ һәм үҙебеҙ ауыр минуттарҙа таяныс булырҙай тоғро дуҫтар булһаҡ, беҙ бер-беребеҙҙең иманын нығытырбыҙ, ә был бөгөнгө рәхимһеҙ донъяла бик мөһим (Ғибрәтле һүҙҙәр 27:17). Ә хәҙер әйҙәгеҙ Йонафан үрнәгенән дуҫлыҡ тураһында нимә белеп булғанын ҡарап сығайыҡ.
Дуҫлыҡтың нигеҙе
Нисек Йонафан менән Дауыт шул тиклем тиҙ дуҫлашып киткән? Был һорауға яуап уларҙың дуҫлығы нимәгә нигеҙләнеүенә бәйле. Бынан алдағы ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрәйек. Йонафан ауыр ваҡытта йәшәгән. Уның атаһы Шаул батша йылдан-йыл насар яҡҡа үҙгәрә барған. Ҡасандыр баҫалҡы, Аллаға тыңлаусан кеше тәкәббер, башбаштаҡ идарасыға әйләнгән (1 Самуил 15:17—19, 26).
Шаулдағы үҙгәрештәр, күрәһең, Йонафанды ныҡ бошондорған, сөнки атаһы уға бик яҡын булған (1 Самуил 20:2). Моғайын, ул Шаулдың Йәһүәнең һайланған халҡына ниндәй зыян килтерә алыуы тураһында борсолғандыр. Батшаның тыңламаусанлығы уның ҡул аҫтындағы халыҡты Йәһүәнән ситләштерә, уның хуплауынан мәхрүм итә алған. Һис шикһеҙ, Йонафан кеүек ысын иманлы кешеләр өсөн был ауыр ваҡыт булған.
Ошоларҙың барыһын иҫәпкә алһаҡ, Йонафанды йәш Дауытҡа нимә ылыҡтырғаны аңлашыла. Йонафан уның көслө иманлы кеше икәнен күргән. Иҫкә төшөрәйек: Шаулдың һуғышсыларынан айырмалы рәүештә, Дауыт ҙур кәүҙәле Ғәлиәф алдында ҡаушап ҡалмаған. Һуғышҡа Йәһүә исеме менән барыу үҙен яҡшы ҡоралланған Ғәлиәфтән күпкә көслөрәк итә, тип иҫәпләгән ул (1 Самуил 17:45—47).
Күп йылдар элек Йонафан үҙе лә шулай уйлаған. Ул ике кешенең (ул үҙе һәм ҡорал йөрөтөүсеһе) ҡоралланған тотош отрядҡа һөжүм итеп, уны тар-мар итә алыуына бик ныҡ ышанған. «Уға [Йәһүәгә] һис нәмә ҡамасаулай алмай», — тигән ул (1 Самуил 14:6). Күреүебеҙсә, Йонафан менән Дауыттың күп уртаҡ яҡтары булған, ул да булһа — Йәһүәгә ныҡ иман һәм тәрән яратыу. Дуҫлыҡ өсөн был иң ныҡлы нигеҙ булған. Йонафан дәрәжәле тәхет вариҫы, ә Дауыт билдәһеҙ көтөүсе һәм береһенә 50 йәш, ә икенсеһенә егерме лә тулмаған булһа ла, был айырмалыҡтарҙың бер әһәмиәте лә булмаған *.
Улар араһындағы килешеү уларҙың дуҫлығын һәр яҡлап ҡурсалап торған. Ниндәй мәғәнәлә? Дауыт Йәһүәнең үҙенә ҡарата пландарын белгән: ул Израилдең батшаһы булып китергә тейеш булған! Дауыт был турала Йонафанға әйткәнме? Әлбиттә! Уларҙыҡы кеүек бөйөк дуҫлыҡ сергә һәм ялғанға түгел, ә асыҡ аралашыуға нигеҙләнә. Дауыттың батша буласағын белгәс, Йонафан нимә хис итә алған? Әгәр ҙә ул бер заман тәхеткә ултырып, атаһы эшләгән хаталарҙы төҙәтергә өмөтләнгән булһа? Изге Яҙмала Йонафандың күңелендә ниндәйҙер көрәш барыуы хаҡында бер һүҙ ҙә әйтелмәй. Уның ҡарауы, унда иң мөһим нәмә — Йонафандың тоғролоғо һәм иманы тураһында һөйләнелә. Йонафан Йәһүәнең үҙ рухы аша Дауытҡа ярҙам итеп торғанын күргән (1 Самуил 16:1, 11—13). Шуға күрә Йонафан, үҙ антына тоғро ҡалып, Дауытҡа көндәш итеп түгел, ә артабан да дуҫ итеп ҡараған. Йонафан Йәһүә ихтыярының үтәлеүенә ҡамасауларға теләмәгән.
Йонафан менән Дауытты Йәһүәгә ныҡ иман һәм тәрән яратыу берләштергән
Был дуҫлыҡ ҙур фатихаларға килтергән. Йонафандың иманынан беҙ нимәгә өйрәнә алабыҙ? Алланың һәр хеҙмәтсеһе дуҫлыҡтың ҡәҙере тураһында уйланһа, яҡшы булыр ине. Дуҫтарҙың беҙҙең тиҫтер булыуы йәки уларҙың тормош шарттарының беҙҙеке кеүек булыуы мотлаҡ түгел. Әммә имандары ысын булһа, улар беҙгә ғәйәт ҙур ыңғай йоғонто яһай ала. Йонафан менән Дауыт бер-береһен күп мәртәбә нығытҡан һәм дәртләндергән. Улар икеһе лә бындай ярҙамға мохтаж булған, сөнки уларҙың дуҫлығын тағы ла ҙурыраҡ һынауҙар көткән.
Кемгә тоғро булырға?
Тәүҙә Шаул Дауытты яҡын күргән, хатта уны үҙ ғәскәренең башлығы итеп ҡуйған. Ләкин тиҙҙән Шаул көнләшеүгә — Йонафан ҡаршы тора алған дошманға бирешкән. Дауыт Израилдең дошмандары пелештиҙәр менән һуғышта күп тапҡыр еңгән. Бының менән ул дан һәм халыҡ һөйөүен яулаған. Израиль ҡатын-ҡыҙҙары: «Шаул меңләгәнде еңһә, Дауыт тиҫтәләгән меңде еңде», — тип йырлаған. Шаулға был йыр оҡшамаған. «Шул көндән бирле, — тип уҡыйбыҙ беҙ, — Шаул Дауытҡа шикләнеп ҡарай башланы» (1 Самуил 18:7, 9). Ул, Дауыт үҙенән батша хакимлығын тартып алыр, тип ҡурҡҡан. Ләкин уның ҡурҡыуы нигеҙһеҙ булған. Дауыт Шаулдың урынына батша булырын белһә лә, Йәһүә майлаған батшаны тәхетенән төшөрөү тураһындағы уй уның башына ла килмәгән!
Шаул Дауытты һуғышта үлтерергә тип хәйлә ҡорған, ләкин бер нәмә лә килеп сыҡмаған. Дауыт бер-бер артлы еңеү яулаған, һәм уға ҡарата халыҡ һөйөүе үҫә барған. Шунда Шаул үҙенең бөтә хеҙмәтселәре һәм оло улы менән бергә Дауытты үлтерергә һүҙ ҡуйышырға маташҡан. Атаһының шулай аҡылһыҙ ҡыланыуын күреп, Йонафандың, моғайын, күңеле әрнегәндер (1 Самуил 18:25—30; 19:1). Йонафан тоғро ул ғына түгел, тоғро дуҫ та булған. Һәм бына хәҙер шундай һорау тыуған: кемгә тоғро булырға? Йонафан ниндәй һайлау яһар?
Йонафан атаһына ҡыйыу итеп былай тигән: «Батша үҙ хеҙмәтсеһе Дауытҡа ҡаршы гонаһ ҡылмаһын ине. Ул бит һиңә ҡаршы гонаһ ҡылманы, ә бар эштәре һиңә файҙа ғына килтерҙе. Ул, ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, теге пелештиҙе үлтерҙе. Уның аша Йәһүә бөтә Израилгә бөйөк еңеү килтерҙе. Һин үҙең быны күреп шатландың бит. Улайһа, нишләп Дауытты бер сәбәпһеҙгә үлтереп, ғәйепһеҙ кеше ҡанын түгергә һуң?» Был Шаулдың аҡыл менән эш иткән һирәк минуттарының береһе булған. Ул Йонафандың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалған һәм хатта Дауытты үлтермәҫкә ант иткән, ләкин үҙ һүҙендә тормаған. Дауыт тағы еңеү яулағас, Шаулды шундай көслө көнләшеү һәм ярһыу биләп алған, хатта ул, Дауытты үлтермәксе булып, уға һөңгөһөн ырғытҡан! (1 Самуил 19:4—6, 9, 10). Ләкин Дауыт ситкә тайпылған һәм батша йортонан ҡасып киткән.
Ә һеҙҙең кемгә тоғро булырға тигән һорау алдында торғанығыҙ булдымы? Был һайлау бик ҡатмарлы булырға мөмкин. Бындай осраҡтарҙа кемдер һеҙгә, беренсе урында һәр ваҡыт ғаилә торорға тейеш, тип әйтер. Ләкин Йонафан ысынында нимәнең мөһим икәнен белгән. Дауыт Йәһүәнең тоғро һәм күндәм хеҙмәтсеһе икәнен күрә тороп, нисек инде Йонафан атаһының яғына баҫа алһын? Ҡарар ҡабул иткәндә, Йонафан Йәһүәгә тоғролоҡтан сығып эш иткән. Бына ни өсөн ул тәүәккәллек менән Дауыт яғына баҫҡан. Шулай ҙа, беренсе сиратта Аллаға тоғро булһа ла, Йонафан атаһына ла тоғролоҡ күрһәткән: ул атаһы ишетергә теләгәнде әйтер урынына уға тура кәңәш биргән. Беҙҙең һәр беребеҙгә тоғролоҡ күрһәтеүҙә Йонафандан өлгө алырға кәрәк.
Тоғролоҡтоң баһаһы
Йонафан йәнә Шаулды Дауыт менән татыулаштырырға маташып ҡараған, ләкин был юлы атаһы уны хатта тыңлап та тормаған. Дауыт, йәшерен генә Йонафанға килеп, үҙ ғүмере өсөн ҡурҡыуы хаҡында әйткән. «Мине үлемдән бер аҙым ғына айырып тора!» — тигән ул үҙенең дуҫына. Йонафан, атаһының был турала нимә уйлауын асыҡлап, Дауытҡа хәбәр итергә ризалашҡан. Дауыт — йәшенергә, ә Йонафан уҡ һәм йәйә ярҙамында уға сигнал бирергә тейеш булған. Йонафан Дауыттан: «Хатта Йәһүә һинең бөтә дошмандарыңды ер йөҙөнән юҡ итһә лә, өйҙәгеләремде бер ҡасан да үҙеңдең тоғро мөхәббәтеңдән айырма», — тип ант итеүен генә үтенгән. Дауыт Йонафандың өйҙәгеләре тураһында һәр ваҡыт ҡайғыртырға һүҙ биргән (1 Самуил 20:3, 13—27).
Йонафан Шаулға Дауыт тураһында яҡшыны ғына һөйләргә тырышҡан, ләкин батша ярһып киткән! Ул Йонафанды «фетнәсел малай» тип атаған һәм, һинең Дауытҡа тоғролоғоң ғаиләбеҙҙе оятҡа ҡалдыра, тигән. Ул Йонафанды үҙе тураһында уйларға саҡырып ҡараған. «Ишай улы иҫән саҡта, һин үҙең дә, батшалығың да ныҡ тора алмаҫ», — тигән Шаул. Был Йонафанға тәьҫир итмәгән, һәм ул йәнә атаһынан: «Ниңә уны үлтерергә? Ул ни ҡылды һуң?» — тип үтенеп һораған. Шаул асыуынан шартлай яҙған! Оло йәшкә етеүенә ҡарамаҫтан, Шаул һаман да көслө һуғышсы булған. Ул һөңгөһөн эләктереп алған да үҙ улына ырғытҡан! Ни тиклем мәргән булһа ла, ул тейҙерә алмаған. Хурланған һәм кәмһетелгән Йонафан бик ныҡ ярһып сығып киткән (1 Самуил 20:24—34).
Йонафан һынауҙы уңышлы үткән: унда бер тамсы ла мин-минлек табылмаған
Иртәнсәк Йонафан Дауыт йәшенеп ултырған яланға киткән. Алдан һөйләшелгәнсә, Йонафан, Дауытҡа Шаулдың һаман да уны үлтерергә ниәтләүен белдерер өсөн, уғын атып ебәргән. Шунан ул хеҙмәтсеһен кире ҡалаға ҡайтарып ебәргән. Улар Дауыт менән икәү генә ҡалған, уларға әҙ генә һөйләшеп алырға форсат сыҡҡан. Икеһе лә илап ебәргән, һәм Йонафан үҙенең йәш дуҫы менән моңһоу ғына һаубуллашҡан. Дауытты алда ҡасаҡ тормошо көткән (1 Самуил 20:35—42).
Йонафандың тоғролоғо һынауҙы уңышлы үткән: унда бер тамсы ла мин-минлек табылмаған. Йонафан атаһы Шаул эҙенән китеп, хакимлыҡ һәм дан артынан ҡыуған булһа, бөтә тоғро кешеләрҙең дошманы Шайтанға был бик оҡшар ине. Онотмағыҙ, кешеләрҙе үҙҙәрен генә яратырға этәреү Шайтанға ҡәнәғәтлек килтерә. Беҙҙең тәүге ата-әсәбеҙ Әҙәм менән Һауаға килгәндә, ул үҙ маҡсатына ирешкән (Башланмыш 3:1—6). Ә бына Йонафанға килгәндә, ул уңышһыҙлыҡҡа осраған. Моғайын, Шайтандың бик ныҡ йәне көйгәндер! Ә беҙ шундай һынауҙарҙа ныҡ булып ҡалырбыҙмы? Беҙ эгоизм эпидемия төҫөн алған осорҙа йәшәйбеҙ (2 Тимофейға 3:1—5). Йонафанға хас эскерһеҙ, тоғро рух беҙҙең өсөн бик яҡшы үрнәк булып тора.
«Һин минең өсөн бик яҡын инең»
Шаулдың Дауытҡа нәфрәте уның аҡылын томалаған. Йонафан бер нәмә лә эшләй алмаған. Атаһы, аҡылдан яҙған кешеләй, ғәскәрен йыйып, бөтә ил буйлап һис ғәйебе булмаған бер кешене баҫтырып йөрөй башлаған (1 Самуил 24:1, 2, 12—15; 26:20). Был эштә Йонафан да ҡатнашҡанмы? Шуныһы ҡыҙыҡ, Изге Яҙмала ул бындай аҡылһыҙ походтарға ҡағылышлы бер тапҡыр ҙа иҫкә алынмай. Бының булыуы ла мөмкин булмаған, сөнки ул Йәһүәгә, Дауытҡа һәм үҙ антына тоғро булған.
Уның йәш дуҫына мөнәсәбәте һис тә үҙгәрмәгән. Бер аҙҙан ул тағын Дауыт менән осрашырға мөмкинлек тапҡан. Был осрашыу Хорешта булған. Хореш тигән һүҙ «урманлы ер» тигәнде аңлата. Был урын кеше аяғы баҫмаған таулы ерҙә, күрәһең, Хеврондан көньяҡ-көнсығышҡа табан бер нисә саҡрым йыраҡлыҡта урынлашҡан. Ни өсөн Йонафан, ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, был ҡасҡын менән осрашырға булған? Изге Яҙманан күренеүенсә, ул Дауыттың «Йәһүәгә ышанысын» нығытырға теләгән (1 Самуил 23:16). Йонафан быны нисек эшләгән?
«Ҡурҡма, сөнки атайым Шаул һине таба алмаҫ», — тип ышандырған ул дуҫын. Ундай ышаныс уға ҡайҙан килгән? Йонафан Йәһүәнең ниәте үтәләсәгенә ныҡ ышанған. «Һин Израилдә батша булырһың», — тип дауам иткән ул. Бер нисә йыл элек был һүҙҙәрҙе әйтергә Самуилға ҡушылған булған, ә хәҙер Йонафан Йәһүәнең һүҙҙәре һәр ваҡыт ышаныслы икәнен Дауыттың иҫенә төшөргән. Ә үҙ киләсәген Йонафан нисек итеп күргән? «Мин һинән һуң икенсе булырмын», — тигән ул. Бындай баҫалҡылыҡтың тиңе юҡ! Йонафан үҙенән 30 йәшкә йәшерәк кеше ҡулы аҫтында хеҙмәт итергә, уның уң ҡулы булырға риза булған! Иң аҙаҡта Йонафан: «Атайым да быны белә», — тигән (1 Самуил 23:17, 18). Күңеленән Шаул еңелеүгә дусар булырын, Йәһүә батша итеп һайлаған кешене еңә алмаҫын белгән.
Йылдар уҙған, әммә Дауыт, һис шикһеҙ, шул осрашыуҙы йыш ҡына йылылыҡ менән иҫенә төшөргән. Ул саҡта улар һуңғы тапҡыр күрешкән булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Йонафандың Дауыттан һуң икенсе булыу өмөтө тормошҡа ашмаған.
Йонафан атаһы менән бергә Израилдең мәңгелек дошмандары пелештиҙәргә ҡаршы һуғышҡан. Ул атаһы менән бергә иңгә-иң терәп саф выждан менән һуғышта ҡатнаша алған, сөнки атаһының яҙыҡ эштәре уға Йәһүә Аллаға хеҙмәт итергә ҡамасауламаған. Һәр ваҡыттағыса, Йонафан ҡаһармандарса һуғышҡан, тик шулай ҙа Израилде еңелеү көткән. Шаул шул тиклем боҙоҡлоҡҡа бирелгән, хатта спиритизм менән шөғөлләнә башлаған, ә бының өсөн Алла Ҡануны буйынса үлем язаһы бирелергә тейеш булған. Шуның өсөн Йәһүә Шаулды инде фатихаламаған. Шаулдың өс улы, шул иҫәптән Йонафан да һуғышта һәләк булған. Шаул үҙе иһә йәрәхәтләнгән һәм үҙен-үҙе үлтергән (1 Самуил 28:6—14; 31:2—6).
«Һин Израилдә батша булырһың, ә мин һинән һуң икенсе булырмын», — тигән Йонафан (1 Самуил 23:17)
Дауыт бик ныҡ көйөнгән. Был киң күңелле кеше хатта үҙенә күп ғазаптар килтергән Шаул тураһында ла ҡайғырған! Дауыт Шаул менән Йонафан хаҡында ҡайғылы йыр яҙған. Күрәһең, уның иң тулҡынландырғыс һүҙҙәре Дауыттың яратҡан дуҫы һәм остазына ҡағыла: «Ҡәрҙәшем минең Йонафан, һинең хаҡта көйөнәм мин, Һин минең өсөн бик яҡын инең. Яратыуың минең өсөн ҡатын-ҡыҙ мөхәббәтенән дә ҡәҙерлерәк ине» (2 Самуил 1:26).
Дауыт Йонафанға биргән антын бер ҡасан да онотмаған. Күп йылдар үткәс, ул, Йонафандың ғәрип улы Мәфибәшитте эҙләп табып, уның хаҡында хәстәрлек күргән (2 Самуил 9:1—13). Һис шикһеҙ, Дауыт, Йонафандың тоғролоғон, ихтирамлылығын, үҙенә ауырлыҡ килһә лә, дуҫын ташламауын күреп, күп нәмәгә өйрәнгән. Бынан беҙ ҙә һабаҡ алырбыҙмы? Йонафан кеүек дуҫтар эҙләрбеҙме? Үҙебеҙ уның һымаҡ яҡшы дуҫ булырбыҙмы? Әгәр дуҫтарыбыҙға Йәһүәгә имандарын үҫтерергә һәм нығытырға ярҙам итһәк, тәү сиратта Аллаға тоғро булһаҡ, үҙ файҙабыҙҙы эҙләү урынына тоғро дуҫ булып ҡалһаҡ, беҙ ҙә Йонафан кеүек яҡшы дуҫ булырбыҙ. Шул саҡта беҙ уның иманын өлгө итеп алырбыҙ.
^ 7 абз. Йонафан Изге Яҙмала беренсе тапҡыр Шаулдың идара итә башлауы тураһында һүҙ барғанда иҫкә алына. Ул ваҡытта Йонафан инде ғәскәр башлығы булған, тимәк, уға иң кәмендә 20 йәш булған (Һандар 1:3; 1 Самуил 13:2). Шаул 40 йыл идара иткән. Шулай булғас, Шаул үлгәндә, Йонафанға 60 йәштәр тирәһе булған. Дауытҡа иһә Шаул үлгән ваҡытта 30 йәш булған (1 Самуил 31:2; 2 Самуил 5:4). Шулай итеп, Йонафан Дауыттан яҡынса 30 йәшкә олораҡ булған.