ТӘБИҒӘТ МӨҒЖИЗӘЛӘРЕ
Бәпембә орлоғоноң осоуы
Бәпембәнең орлоғо осоу алыҫлығы буйынса рекордсмендар һанына керә. Сәскәгә ел иҫһә, унлаған орлоҡ һауаға күтәрелә һәм бәләкәй парашюттар кеүек оса башлай. Ләкин улар шунда уҡ ергә төшмәй: көслө ел арҡаһында бер километрға, хатта тағы ла алыҫыраҡ араға осоп китә ала. Нимә ярҙамында орлоҡтар шул тиклем оҙаҡ оса ала? Күптән түгел ғалимдар был орлоҡтарҙың үҙенсәлекле формаһына иғтибар иткән. Шундай форма ярҙамында улар тотороҡлораҡ һәм ябай парашютҡа ҡарағанда уларҙың күтәрелеү көсө дүрт мәртәбә ҙурыраҡ.
Иғтибар итегеҙ. Бәпембәнең һәр орлоғоноң осонда паппус тип аталған нәҙек кенә төксәләр бәйләме бар. Парашют кеүек паппус күтәрелеү көсөн булдыра, шул арҡала орлоҡ һауала оса.
Әммә был ғына ла түгел. Һауа паппус аша үткәндә, уның өҫтөндә түңәрәк өйөрмә барлыҡҡа килә. Паппус өҫтөндәге түбән һауа баҫымы уны өҫкә күтәрә һәм бәпембәнең орлоғо һауала оҙағыраҡ була ала.
Паппустың төҙөлөшө уникаль. Төксәләрҙең урынлашыуы уға парашют кеүек осорға һәм тотороҡлораҡ булырға ярҙам итә. Уға күп материал кәрәкмәй: уның 10 проценты ғына төксәләр, ә 90 проценты — бушлыҡ.
Ғалимдар бәпембә орлоғоноң осоу механизмы тураһындағы белемдәрҙе ҡулланыу ысулдарын эҙләй. Бер мөмкинлек — бик аҙ энергия ҡулланған бәләкәй дрондар яһау. Ундай дрондарҙы, мәҫәлән, һауа сифатын тикшереү өсөн ҡулланып булыр ине.
Бәпембә орлоғоноң нисек осоуын ҡарағыҙ
Һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Бәпембәнең эффектив осоу һәләте эволюция һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгәнме? Йәки уны Алла барлыҡҡа килтергәнме?