Изге Яҙмала пандемиялар тураһында нимә әйтелә?
Изге Яҙманан яуап
Изге Яҙмала, заман ахырында ерҙә ҡурҡыныс йоғошло ауырыуҙар (эпидемиялар, пандемиялар) хөкөм һөрөр, тип алдан әйтелгән булған (Лука 21:11). Әммә пандемиялар — Алла ебәргән яза түгел. Ә, киреһенсә, Алла тиҙҙән үҙенең Батшалығы ярҙамында бөтә сирҙәрҙе, шул иҫәптән пандемияларҙы ла бөтөрәсәк.
Изге Яҙмала пандемиялар тураһында алдан әйтелгән булғанмы?
Изге Яҙмала, COVID-19, СПИД йәиһә испан грипы тип, ауырыуҙарҙың исемдәре атап әйтелмәгән. Ләкин унда «ҡурҡыныс йоғошло сирҙәр» буласаҡ тиелгән (Лука 21:11; Асылыш 6:8). Ошо пандемиялар Изге Яҙмала «ахрызаман» тип аталған осорҙоң етеүен һәм тиҙҙән был донъя төҙөлөшөнөң бөтәсәген күрһәткән билдәләрҙең береһе булып тора (2 Тимофейға 3:1; Матфей 24:3).
Алла ҡасан да булһа кешеләрҙе язалар өсөн ауырыуҙар ебәргәнме?
Изге Яҙмала Алланың ауырыу ебәреп кешеләрҙе язаға тартҡаны хаҡында бер нисә осраҡ килтерелә. Мәҫәлән, белә тороп үҙенә ҡаршы сыҡҡандары өсөн, Алла ҡайһы берәүҙәрҙе махау сире менән зарарлаған (Һандар 12:1—16; 2 Батшалар 5:20—27; 2 Йылъяҙма 26:16—21). Әммә ундай хәлдәр һирәк һәм айырым осраҡта ғына булған. Пандемиялар иһә ҙур күләмдә күҙәтелә һәм ғәйепһеҙ кешеләргә лә ғазап килтерә.
Беҙҙең замандағы пандемиялар — Алла ебәргән яза, тип әйтеп буламы?
Юҡ. Ҡайһы берәүҙәр, Алла кешеләргә яза итеп ауырыуҙар һәм пандемиялар ебәрә, тип иҫәпләй. Әммә был — яңылыш фекер. Изге Яҙманан быға ҡағылышлы ҡайһы бер дәлилдәрҙе ҡарап сығайыҡ.
Беренсенән, элек тә Алланың хеҙмәтселәре төрлө сирҙәрҙән ғазапланған, хәҙер ҙә ғазаплана. Мәҫәлән, Алланың тоғро хеҙмәтсеһе Тимофейҙың ашҡаҙаны ауыртҡан, һәм ул йыш ҡына үҙен насар хис иткән булған (1 Тимофейға 5:23). Әммә ул, Алланы асыуландырғанға ауырыған, тип әйтелмәй Изге Яҙмала. Беҙҙең көндәрҙә лә Алла хеҙмәтселәре ауырып китергә йә сир йоҡторорға мөмкин. Ләкин быға Алла сәбәпсе түгел. Ә кеше тейешһеҙ ваҡытта, тейешһеҙ урында булыуы арҡаһында сирләп китергә мөмкин (Вәғәзсе 9:11).
Икенсенән, Изге Яҙманан күренеүенсә, Алланың яуыз кешеләрҙе хөкөм итеү ваҡыты әле килеп етмәгән. Әлегә беҙ «ҡотолоу көнөндә» йәшәйбеҙ: Алла һәр кемде үҙе менән яҡыныраҡ танышырға һәм ҡотолорға саҡыра (2 Коринфтарға 6:2). Шуның өсөн ул кешеләргә үҙенең вәғәзселәрен ебәрә. Улар иһә бөтә донъя буйынса Изге Яҙмалағы һөйөнөслө хәбәрҙе тарата (Матфей 24:14).
Пандемиялар ҡасан да булһа бөтөрмө?
Эйе. Изге Яҙмала, тиҙҙән бер кем дә ауырымаясаҡ, тип яҙылған. Ер менән Алла үҙе идара итәсәк һәм һәр кешене һауыҡтырасаҡ (Ишағыя 33:24; 35:5, 6). Бер кем дә ғазапланмаясаҡ һәм ауыртыуҙан интекмәйәсәк; Алла хатта үлемде лә юҡ итәсәк (Асылыш 21:4). Ә үлгән кешеләрҙе ул терелтәсәк. Улар сәләмәт буласаҡ һәм иҫ киткес шарттарҙа бында — ерҙә йәшәйәсәк (Зәбур 37:29; Ғәмәлдәр 24:15).
Ауырыуҙар тураһында Изге Яҙмала яҙылған өҙөктәр
Матфей 4:23: «Ғайса, ғибәҙәтханаларҙа өйрәтеп һәм Күктәр Батшалығы хаҡындағы Һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләп, халыҡты барлыҡ ауырыуҙарынан һәм сырхауҙарынан һауыҡтырып, бар Галилеяны йөрөп сыҡты».
Аңлатыу. Ғайса, мөғжизәләр ҡылып, Алла Батшалығының яҡын киләсәктә бөтә ер шарында нимә эшләйәсәген күрһәткән.
Лука 21:11: «Ҡурҡыныс йоғошло сирҙәр хөкөм һөрөр».
Аңлатыу. Төрлө ауырыуҙарҙың киң таралыуы, беҙҙең ахырызаманда йәшәүебеҙҙе күрһәткән билдә булып тора.
Асылыш 6:8: «Ҡараным да күкһел төҫтәге ат күрҙем. Уның һыбайлыһының исеме „Үлем“ ине, артынан үлем донъяһы эйәргәйне. Уларға кешеләрҙе... үләт... менән үлтерер өсөн... хакимлыҡ бирелде».
Аңлатыу. Асылыш китабында һүрәтләнгән дүрт һыбайлы хаҡындағы пәйғәмбәрлектә беҙҙең көндәрҙә пандемиялар буласағы тураһында әйтелгән.