Кешеләрҙе тышҡы ҡиәфәтенә ҡарап ҡына баһалайһығыҙмы?
КАНАДАНАН Дон исемле Йәһүә шаһиты йыш ҡына урамда йәшәгән кешеләргә вәғәзләй. Ул бына нимә тип һөйләй: «Питер исемле бер ир миңә осраған йортһоҙ кешеләрҙең иң бысрағы ине. Тышҡы ҡиәфәте ерәнгес булғанға, башҡалар унан ситләште. Ул үҙенә ярҙам итергә теләүселәрҙең тырышлыҡтарын кире ҡаҡты». Шулай ҙа Дон 14 йыл дауамында ваҡыт-ваҡыт уға сабырлыҡ һәм игелек сағылдырған.
Бер көндө Питер Дондан былай тип һораған: «Ни өсөн һин минең менән мәшәҡәтләнәһең? Бөтә кеше инде күптән миңә ҡул һелтәне. Ни өсөн һин минең хаҡта ҡайғыртаһың?» Дон, Питерҙың йөрәгенә тәьҫир итергә тырышып, уға ипле генә Изге Яҙманан өс шиғыр күрһәткән. Тәүҙә Дон унан, Алланың исеме барлығын беләһеңме, тип һораған һәм Зәбур 83:18-ҙе уҡырға тәҡдим иткән. Шунан, үҙенең уны ни өсөн ҡалдырырға теләмәүен аңлатыр өсөн, Дон Питерҙан Римдарға 10:13, 14-те уҡыуын һораған. Был шиғырҙа: «Раббыға мөрәжәғәт иткән һәр кем ҡотолор», — тиелгән. Аҙаҡта Дон Матфей 9:36-ны уҡыған һәм Питерҙан был шиғырҙы тағы бер тапҡыр уҡып сығыуын һораған. Унда былай тип яҙылған: «Ул [Ғайса Мәсих], халыҡ төркөмдәрен күреп, йәлләне, сөнки улар көтөүсеһеҙ ҡалған һарыҡтар һымаҡ йонсоу һәм ярҙамға мохтаж инеләр». Питерҙың күҙҙәре йәш менән тулған, һәм ул былай тип һораған: «Мин — шул һарыҡтарҙың береһеме?»
Питер үҙгәрә башлаған. Ул йыуынып алған, һаҡалын ыҡсым ғына итеп ҡырҡҡан һәм кейемен Дон килтергән таҙа кейемгә алмаштырған. Шунан бирле Питер өҫ-башын таҙа йөрөткән.
Питер көндәлек дәфтәре тотҡан. Тәүҙә дәфтәрендәге яҙыуҙар бик күңелһеҙ булған, әммә һуңынан барыһы ла үҙгәргән. Дәфтәренең бер битендә бындай һүҙҙәр яҙылған: «Бөгөн мин Алланың исемен белдем. Хәҙер, доға ҡылғанда, мин Йәһүәгә доға ҡыла алам. Уның исемен белеү шул тиклем шатлыҡлы! Дон әйтеүенсә, Йәһүә
минең Дуҫым була ала, уның һәр саҡ мине тыңлар өсөн ваҡыты бар».Дәфтәренең һуңғы һүҙҙәрен Питер ҡустыһы менән апаһына төбәп яҙған. Ул бына нимә тигән:
«Бөгөн мин үҙемде бик насар хис итәм. Моғайын, ҡартлыҡ үҙенекен алалыр. Әммә хатта бөгөн үлһәм дә, шуны беләм: мин ожмахта дуҫымды [Донды] яңынан күрәсәкмен. Һеҙ был һүҙҙәрҙе уҡыйһығыҙ икән, тимәк, мин инде тере түгел. Әммә мине ерләгәндә таныш булмаған кешене күреп ҡалһағыҙ, уның менән һөйләшегеҙ, һәм, үтенәм, был бәләкәй генә күк китапты * уҡып сығығыҙ. Был китапта яҙылғанса, бер ваҡыт мин дуҫымды ожмахта күрәсәкмен. Мин быға ысын күңелдән ышанам. Һеҙҙе яратып, туғанығыҙ Питер».
Ерләүҙән һуң Питерҙың апаһы Юмми былай тип бүлешкән: «Яҡынса ике йыл элек Питер мине эҙләп тапты. Нисәмә йыл буйына ул беренсе тапҡыр бәхетле күренә ине. Ул хатта йылмая ине». Юмми Донға былай тигән: «Мин китапты уҡырмын, сөнки ул ҡустыма тәьҫир иткән икән, тимәк, унда хәтәр нәмәләр яҙылған». Юмми шулай уҡ берәй Йәһүә шаһиты менән тейешле баҫма ярҙамында Изге Яҙманы өйрәнергә ризалашҡан.
Беҙ ҙә, башҡаларҙы тышҡы ҡиәфәтенә ҡарап ҡына баһаламайынса, бөтөн кешеләргә эскерһеҙ яратыу һәм сабырлыҡ күрһәтә алабыҙмы? (1 Тим. 2:3, 4) Улайһа, беҙ Питер һымаҡ килбәтһеҙ булып күренгән, әммә ихлас йөрәкле кешеләрҙе хәҡиҡәткә йәлеп итә алырбыҙ. Йәһүә «йөрәкте күрә», шунлыҡтан уның эскерһеҙ кешеләрҙең йөрәгендә хәҡиҡәт орлоҡтарының шытып сығыуына булышлыҡ итәсәгенә һис тә шикләнмәҫкә була (1 Сам. 16:7; Яхъя 6:44).
^ 7 абз. Бында «Мәңгелек тормошҡа алып барыусы хәҡиҡәт» тигән китап тураһында һүҙ бара. Изге Яҙманы өйрәнеү өсөн тәғәйенләнгән был баҫманы Питерға күп йылдар элек биргән булғандар. (Йәһүә шаһиттары тарафынан сығарылған, әммә бүтән баҫтырылмай.)