Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

БРОШЮРАНЫҢ ТЕМАҺЫ | ФӘРЕШТӘЛӘР. УЛАР БАРМЫ?

Яуыз фәрештәләр бармы?

Яуыз фәрештәләр бармы?

Эйе, яуыз фәрештәләр бар. Улар нисек барлыҡҡа килгән? Белеүебеҙсә, Алла фәрештәләрҙе ихтыяр ирке менән барлыҡҡа килтергән. Беренсе кешеләрҙе, Әҙәм менән Һауаны, барлыҡҡа килтергәндән һуң күп тә үтмәҫтән камил бер рухи зат, ихтыяр иркен дөрөҫ ҡулланмайынса, Аллаға ҡаршы сыҡҡан. Ул Әҙәм менән Һауаны Аллаға ҡаршы фетнә күтәрергә ҡотортҡан (Башланмыш 3:1—7; Асылыш 12:9). Изге Яҙмала фетнәгә тиклем был рухи заттың исеме һәм уның ниндәй дәрәжәгә эйә булғаны хаҡында әйтелмәй. Әммә фетнәнән һуң ул Шайтан («ҡаршы килеүсе» тигәнде аңлата) һәм Иблис («яла яғыусы» тигәнде аңлата) тип атала башлаған (Матфей 4:8—11).

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бының менән фетнә тамамланмаған. Нух көндәрендә ҡайһы бер фәрештәләр (уларҙың һаны билдәһеҙ) «торлаҡтарын ташлап», күктән ергә төшкән. Улар, әхлаҡһыҙ тормош алып барыр өсөн, кеше ҡиәфәтенә ингән. Был Алланың уларға ҡарата башланғыс ниәтенә ҡаршы килгән (Йәһүҙә 6; Башланмыш 6:1—4; 1 Петр 3:19, 20).

Был яуыз фәрештәләр менән нимә булған? Алла, ерҙе яуызлыҡтан таҙартыр өсөн, Туфан һыуҙарын ебәргәндә, улар, кеше тәндәрен ҡалдырып, кире күккә ҡайтҡан. Әммә Алла был фетнәсел фәрештәләргә, йәғни ендәргә, үҙҙәренә башта бирелгән урындарына кире ҡайтырға рөхсәт итмәгән. Ул уларҙы «дөм [рухи] ҡараңғыла», тартар тип аталған кәмһетелгән хәлгә дусар иткән (Йәһүҙә 6; 2 Петр 2:4). Был ендәр «яҡтылыҡ фәрештәһе ҡиәфәтенә» ингән «ендәр башлығы» Шайтан Иблис яғына баҫҡан (Матфей 12:24; 2 Коринфтарға 11:14).

Изге Яҙмала яҙылғанса, 1914 йылда Мәсих етәкселегендәге Батшалыҡ — Алланың күктәге хөкүмәте — идара итә башлаған. Был данлыҡлы ваҡиғанан һуң Шайтан һәм уның ендәре күктән ер сиктәренә бәреп төшөрөлгән. Уларҙың емергес тәьҫире ерҙе биләп алған енәйәтселектә һәм әхлаҡһыҙлыҡта ап-асыҡ сағыла (Асылыш 12:9—12).

Ләкин әхлаҡи тарҡалыу менән ҡанһыҙлыҡ тиҙҙән ендәрҙең хакимлығы юҡ ителеүенең билдәһе булып тора. Был залим рухи заттар бүтән бер кемгә лә тәьҫир итә алмаҫ. Алла Батшалығының идараһы аҫтында ер ожмахҡа әйләндереләсәк. 1000 йыл үткәс, был яуыз рухи заттар ҡыҫҡа ваҡытҡа азат ителер. Улар кешеләрҙе һуңғы тапҡыр һынаясаҡ. Шунан һуң улар мәңгегә юҡ ителәсәк (Матфей 25:41; Асылыш 20:1—3, 7—10).