Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

БРОШЮРАНЫҢ ТЕМАҺЫ

Порнография зыянһыҙ күңел асыумы, әллә ағыумы?

Порнография зыянһыҙ күңел асыумы, әллә ағыумы?

Бөгөн донъя порнографияға батҡан, тип әйтеп була a. Ул ҡайҙа ғына осрамай: рекламала, модала, фильмдарҙа, йырҙарҙа, журналдарҙа, телетапшырыуҙарҙа, видеоуйындарҙа, смартфон һәм башҡа мобиль яйланмаларҙа, интернетта, ә хәҙер инде хатта фотохостингтарҙа ла. Порнография заманса мәҙәниәттең айырылғыһыҙ өлөшө булып китте, буғай. Бығаса бер ҡасан да уның шул тиклем киң таралғаны булманы, хәҙер иһә көндән-көн күберәк кеше көндән-көн күберәк урындарҙа күберәк порнография ҡарай. ( «Порнография хаҡында факттар» тигән рамканы ҡарағыҙ).

Порнографияның эстәлеге лә көндән-көн үҙгәрә бара. Гейл Дайнс исемле профессор былай тип яҙа: «Элек сиктән тыш әҙәпһеҙ тип һаналған нәмәләр хәҙер ғәҙәти порнография тип иҫәпләнә».

Шундай үҙгәрештәргә һеҙ нисек ҡарайһығыҙ? Нимә ул порнография? Һеҙҙеңсә, ул зыянһыҙ күңел асыумы, ағыумы, әллә зыянһыҙ нәмә лә, ағыу ҙа түгелме? Ғайса: «Һәр яҡшы ағас яҡшы емеш бирә, ә һәр насар ағас насар емеш бирә», — тигән (Матфай 7:17). Порнография ниндәй емештәр бирә? Быны асыҡлар өсөн, әйҙәгеҙ, ошо тема менән бәйле бер нисә мөһим һорауҙы ҡарап сығайыҡ.

Порнография кешеләргә нисек тәьҫир итә?

ЭКСПЕРТТАР НИМӘ ӘЙТӘ? Порнография тиҙ арала әүәҫлек тыуҙыра. Хатта ҡайһы бер белгестәр һәм табиптар уны наркотик менән сағыштыра.

Интернетта порнография ҡарарға әүәҫләнеп киткән Брайан b былай тип һөйләй: «Мине бер нәмә лә тыя алмай ине. Аңым бөтөнләй бутала, башым сатнап ауырта һәм мине ныҡ ҡалтырата торғайны. Был алама ғәҙәтте ташларға тырыштым, ләкин йылдар уҙа торҙо, ә мин унан һис ҡотола алмай инем».

Порнография ҡараған кешеләр йыш ҡына үҙҙәренең был ғәҙәтен йәшерә. Улар үҙ эсенә йомолоп йәшәй һәм ялғанлай. Уларҙың күбеһе яңғыҙлыҡ һәм оялыу хисе, асыу-ярһыу һәм депрессия арҡаһында ғазап сигә. Хатта ҡайһы берәүҙәренең үҙ-үҙенә ҡул һалыу теләге тыуа. «Мин үҙ-үҙемә бикләнеп, күңел төшөнкөлөгөнә баттым, — ти Сергей (ул көн дә тиерлек телефонына порнография йөкләгән). — Мин үҙемде түбән кеше тип хис иттем, мине ғәйеп тойғоһо һәм яңғыҙлыҡ яфаланы, сығыу юлы юҡ һымаҡ ине, әммә ярҙам һорарға ояла һәм ҡурҡа инем».

Хатта ҡыҫҡа ваҡытҡа ғына йә осраҡлы рәүештә порнографияға күҙ һалыу ҙа аяныс эҙемтәләргә килтерергә мөмкин. Порнография тәьҫирен өйрәнеү буйынса төп белгес Джудит Рейсман, АҠШ конгресының бер комитеты алдында сығыш яһап, былай тигән: «Порнографик рәсемдәр мейелә уйылып, кеше аңында оҙаҡ ваҡытҡа биохимик эҙ ҡалдыра, уны юйыу бик ауыр, ә ҡай саҡ мөмкин дә түгел». Бер нисә тапҡыр аңғармаҫтан порнографик сайттарға тап булған 19 йәшлек Сьюзан былай ти: «Был образдар зиһенемә һеңеп ҡалды. Улар көтмәгәндә ҡалҡып сыға. Уларҙан бер ҡасан да тулыһынса ҡотола алмаҫмын кеүек».

ҺЫҒЫМТА. Порнография үҙ ҡорбанын ҡол итә һәм уның тормошон емерә (2 Петр 2:19).

Порнография ғаиләләргә нисек тәьҫир итә?

ЭКСПЕРТТАР НИМӘ ӘЙТӘ? «Ғаилә тормошо порнографияға бәрелеп емерелә», — тип билдәләй Уэнди һәм Ларри Мальц «Порнография тоҙағы» тигән китапта (The Porn Trap).

Порнография никахтарҙы һәм ғаиләләрҙе нисек харап итә?

  • Ир менән ҡатын араһындағы ышанысты, яҡын мөнәсәбәттәрҙе һәм мөхәббәтте емерә (Ғибрәтле һүҙҙәр 2:12—17).

  • Эгоизмға этәрә, эмоциональ ситләшкәнлек, тормош иптәшең менән ҡәнәғәтһеҙлек хисе уята (Ефестарға 5:28, 29).

  • Дөрөҫ булмаған сексуаль фантазиялар һәм теләктәр уята (2 Петр 2:14).

  • Тормош иптәшеңде енси боҙоҡлоҡҡа күндереү ҡотҡоһо тыуҙыра (Ефестарға 5:3, 4).

  • Эмоциональ һәм букваль хыянатҡа этәрә (Матфай 5:28).

Изге Яҙмала асыҡтан-асыҡ, бер-берегеҙ менән үҙегеҙҙе мәкерле тотмағыҙ, тип әйтелә (Малахи 2:16). Хыянат — ул мәкерлек, ул, ғаилә бәхетен емереп, никахтың тарҡалыуына һәм айырылышыуға килтерергә мөмкин. Ундай саҡтарҙа ғаилә тарҡалыуынан балалар ҙа зыян күрә.

Порнография балаларға туранан-тура ла зыян итергә мөмкин. Өҫтәрәк иҫкә алынған Брайан былай тип иҫенә төшөрә: «Ун йәштәр тирәһендә йәшенмәк уйнап йөрөгәндә мин аңғармаҫтан атайымдың порнографик журналдарын табып алдым. Ул образдар мине нимәһе менән йәлеп иткәнен дә йүнләп аңламайынса, йәшерен генә уларҙы ҡарай башланым. Шулай итеп мин һаҙлыҡҡа баттым, унан оҙаҡ йылдар буйы, өлкән йәшкә еткәнсе сыға алманым». Тикшеренеүҙәрҙән күренгәнсә, порнография йоғонтоһо аҫтында булған үҫмерҙәр күпкә иртәрәк енси тормош башлай, тәртипһеҙ енси тормош алып бара, сексуаль йәһәттән агрессив булып китә, эмоциональ һәм психик яҡтан тотороҡһоҙға әйләнә.

ҺЫҒЫМТА. Порнография никахтағы мөхәббәтте ағыулай, ахыр сиктә кешене күңел һыҙланыуҙарына һәм өмөт өҙөлөүгә килтерә (Ғибрәтле һүҙҙәр 6:27).

Порнографияға Алла нисек ҡарай?

ИЗГЕ ЯҘМАЛА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ? «Үҙегеҙҙең донъяуи теләктәрегеҙҙе: енси аҙғынлыҡты, әшәкелекте, нәфсене, яман теләктәрҙе һәм ялған илаһтарға табыныуға тиң булған ҡомһоҙлоҡто бөтөрөгөҙ» (Колосстарға 3:5).

Ябай ғына әйткәндә, Йәһүә c Алла порнографияны күрә алмай. Әммә ул сексты оят нәмә тип һанамай. Ул бит үҙе кешеләргә енси мөнәсәбәттәргә инеү һәләтен биргән. Йәһүә ир менән ҡатындың ошондай мөнәсәбәттәр ярҙамында бер-береһенә рәхәтлек килтереүен, эмоциональ яҡтан яҡын булыуын, балалар тыуҙырыу мөғжизәһендә ҡатнашыуын ниәтләгән (Яҡуб 1:17).

Улайһа, ни өсөн һуң беҙ, Йәһүә порнографияны күрә алмай, тип әйтә алабыҙ? Бер нисә дәлилгә иғтибар итегеҙ.

  • Йәһүә порнографияның тормошто боҙа алғанын белә (Ефестарға 4:17—19).

  • Ул беҙҙе ярата һәм зыяндан һаҡларға теләй (Ишағыя 48:17, 18).

  • Ул ғаиләләрҙең ныҡ булыуын теләй (Матфай 19:4—6).

  • Йәһүә беҙҙең әхлаҡи яҡтан саф булыуыбыҙҙы һәм башҡаларҙың хоҡуҡтарын хөрмәт итеүебеҙҙе теләй (1 Фессалоникаларға 4:3—6).

  • Ул интим мөнәсәбәттәр өлкәһенә тейешле хөрмәт күрһәтеүебеҙҙе теләй (Еврейҙарға 13:4).

  • Ул порнографияның сексҡа боҙоҡ, эгоистик, Шайтанға хас булған ҡараш сағылдырғанын белә (Башланмыш 6:2; Йәһүҙә 6, 7).

ҺЫҒЫМТА. Порнография кешенең Алла менән мөнәсәбәттәрен емерә (Римдарға 1:24).

Ләкин Йәһүә порнография тоҙағынан ҡотолорға теләгәндәргә ҙур ҡыҙғаныу күрһәтә. Изге Яҙмала былай тиелә: «Йәһүә шәфҡәтле һәм ҡыҙғаныусан, ярһырға ашыҡмай һәм тоғро мөхәббәткә бай. Сөнки ул беҙҙең нисек яратылғаныбыҙҙы яҡшы белә, беҙҙең тупраҡ икәнебеҙҙе онотмай» (Зәбур 103:8, 14). Ул баҫалҡы ҡарашлы кешеләрҙе, «ярҙам кәрәк булғанда рәхимлелек һәм мәрхәмәт табыу өсөн», үҙенә табан боролорға саҡыра (Еврейҙарға 4:16;  «Порнографиянан нисек ҡотолорға» тигән рамканы ҡарағыҙ).

Бик күптәр Алланың ярҙамын инде ҡабул иткән. Уның ярҙамы уңышлымы? Иғтибар итегеҙ, Изге Яҙмала насар ғәҙәттәрен еңә алған ҡайһы бер кешеләр тураһында нимә әйтелә: «Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеме һәм Аллабыҙ Рухы менән йыуылып таҙарындығыҙ, изгеләндегеҙ һәм аҡландығыҙ» (1 Коринфтарға 6:11). Илсе Павел һымаҡ, ундай кешеләр былай тип әйтә ала: «Мин үҙемә ҡөҙрәт биреүсе ярҙамында барыһын булдыра алам» (Филиптарға 4:13, ЯДТ).

Порнографияға әүәҫлеген еңгән Сьюзан бына нимә ти: «Йәһүә — порнографиянан ҡотолорға ярҙам итә алған берҙән-бер шәхес. Әгәр ҙә унан ярҙам һәм кәңәш һорайһың икән, уның алдында саф булып китә алырһың. Уға тулыһынса таянып була».

a Порнография тип сексуаль характерҙағы асыҡтан-асыҡ әҙәпһеҙ материалдарҙы атайҙар. Порнографияның маҡсаты — уны ҡараған, уҡыған йә тыңлаған кешелә енси теләктәр уятыу. Был рәсемдәр, текстар, аудио- һәм видеоматериалдар булырға мөмкин.

b Был мәҡәләләге исемдәр үҙгәртелгән.

c Изге Яҙма буйынса, Йәһүә — Алланың исеме.