Илселәрҙең эштәре 20:1—38

  • Пауыл Македонияла һәм Грецияла (1—6)

  • Труаста Әфтихте терелтеү (7—12)

  • Труастан Милитҡа (13—16)

  • Пауыл Эфестағы аҡһаҡалдар менән осраша (17—38)

    • Өйҙән-өйгә йөрөп өйрәтеү (20)

    • «Биреүҙә бәхет күберәк» (35)

20  Боларыш тынғас, Пауыл шәкерттәрҙе янына саҡыртты һәм, уларҙы рухландырғандан һуң, хушлашты ла Македонияға китте. 2  Шул ерҙәрҙән үткәндә, ул күп яҡшы һүҙҙәр менән ундағы шәкерттәрҙең рухын күтәрҙе, ә шунан Грецияға килде. 3  Унда өс ай булғандан һуң, ул карапта йәнә Сүриәгә китергә теләгәйне, әммә еврейҙарҙың үҙен үлтерергә йыйынғандарын белеп ҡалғас, Македо́ния аша барырға хәл итте. 4  Бируянан булған Пирустың улы Сапатыр, Тисалу́никанан Арыстарҡ менән Сикунт, Дирбенән Ғай, шулай уҡ Тимәти һәм Азиянан* Тихиҡ менән Трәфим Пауылды оҙата барҙылар. 5  Улар алдан китеп, беҙҙе Труаста көтөп торҙо. 6  Ә беҙ Сөсө икмәк байрамынан һуң Филипиҙа карапҡа ултырҙыҡ та биш көндән һуң улар янына Труасҡа килеп еттек. Беҙ унда ете көн булдыҡ. 7  Аҙнаның беренсе көнөндә беҙ ашарға бергә йыйылдыҡ. Киләһе көндө Пауыл юлға сығырға тейеш ине, шуға ул шунда йыйылғандарға телмәр менән мөрәжәғәт итте һәм төн уртаһына тиклем һөйләне. 8  Беҙ йыйылған өҫкө бүлмәлә күп яҡтыртҡыстар яна ине. 9  Пауыл һөйләгән ваҡытта тәҙрә төбөндә ултырған Әфтих исемле бер егет ҡаты йоҡлап китте һәм өсөнсө ҡаттан йығылып төштө. Янына килеп ҡараһалар, ул үлгән ине. 10  Пауыл аҫҡа төштө лә егеттең өҫтөнә эйелеп, уны ҡосаҡланы. «Борсолмағыҙ, ул хәҙер тере», — тине ул. 11  Шунан Пауыл өҫкә менде лә икмәк һындырып* ашай башланы. Ул тағы оҙаҡ ҡына, таң атҡансы, улар менән һөйләшеп ултырҙы, ә һуңынан юлға сыҡты. 12  Ә егетте, тере булыуына ҡыуанып, өйөнә алып ҡайтып киттеләр. 13  Шунан беҙ карапҡа ултырып, Ассусҡа йөҙөп киттек, Пауылды шул ерҙән алып китергә тейеш инек. Ул үҙе шулай ҡушҡайны, сөнки унда тиклем йәйәү барырға булғайны. 14  Пауыл менән Ассуста осрашҡас, беҙ уны карапҡа ултыртып алдыҡ та Митилинға киттек. 15  Иртәгәһе көндө беҙ унан йөҙөп китеп, Хиусҡа барып еттек, бер көндән Самусҡа һуғылдыҡ һәм тағы бер көндән һуң Милитҡа килдек. 16  Пауыл, Азияла тотҡарланмаҫ өсөн, Эфеста туҡталмаҫҡа булды. Ул ашыға ине, сөнки Илленсе көн байрамына Йәрүсәлимгә барып етергә теләй ине. 17  Милиттан ул Эфесҡа хәбәр ебәреп, йыйылыш аҡһаҡалдарын саҡыртып алды. 18  Улар килгәс, Пауыл былай тине: «Һеҙ Азияға килеүемдең беренсе көнөнән үк арағыҙҙа үҙемде нисек тотҡанымды яҡшы беләһегеҙ. 19  Мине үлтерергә теләгән еврейҙар арҡаһында һынауҙарға юлығып, күҙ йәштәре түгеп, ҙур кеселеклек менән Раббыға* хеҙмәт иттем*. 20  Мин һеҙгә файҙалы булырҙай нәмәләрҙе* һөйләүҙән дә, һеҙҙе халыҡ алдында һәм өйҙән-өйгә йөрөп өйрәтеүҙән дә туҡтаманым. 21  Ышандырырлыҡ дәлилдәр килтереп*, мин еврейҙарҙы һәм гректарҙы тәүбә итергә, Аллаға табан боролорға һәм Хужабыҙ Ғайсаға ышанырға өндәнем. 22  Ә хәҙер, рухҡа буйһоноп, мин Йәрүсәлимгә барам, тик үҙемде унда нимә көткәнен белмәйем. 23  Шуны ғына беләм: изге рух мине төрмә һәм ғазаптар көтөүе тураһында һәр ҡалала ҡабат-ҡабат әйтә. 24  Ләкин мин ғүмеремде һис тә аямайым, тик юлымды тамамларға һәм Хужабыҙ Ғайсанан бирелгән хеҙмәтте башҡарып сығырға ғына теләйем. Был хеҙмәт — Алланың сикһеҙ игелеге тураһында һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләү*. 25  Мин беләм: һеҙҙең берегеҙ ҙә — минең Батшалыҡ хаҡындағы вәғәземде тыңлаған кешеләрҙең береһе лә — бүтән бер ҡасан да мине күрмәҫ. 26  Шуға бөгөн һеҙҙән бер кемдең дә үлемендә ғәйепле булмауымды* раҫлауығыҙҙы үтенәм, 27  сөнки мин һеҙгә Алла ниәтләгән нәмәләрҙе* һөйләүҙән туҡтаманым. 28  Үҙ-үҙегеҙҙе күҙәтегеҙ һәм бөтөн көтөү тураһында ҡайғыртығыҙ. Һеҙҙе изге рух Алланың көтөүен көтөр өсөн күҙәтеүселәр итеп билдәләгән. Алла ул көтөүҙе Улының ҡаны менән һатып алған. 29  Шуны беләм: мин киткәс, янығыҙға көтөүҙе аямаған* йыртҡыс бүреләр килер. 30  Һеҙҙең арағыҙҙан да шәкерттәрҙе үҙҙәренең артынан алып китер өсөн хәҡиҡәтте боҙоп һөйләгән кешеләр килеп сығыр. 31  Шуға күрә уяу булығыҙ һәм өс йыл буйы көнө-төнө, бер туҡтауһыҙ, һәр берегеҙгә күҙ йәштәре менән нәсихәт биргәнемде иҫегеҙҙә тотоғоҙ. 32  Ә хәҙер һеҙҙе Алла һәм уның сикһеҙ игелеге тураһындағы һүҙ яҡлаһын. Ул һүҙ һеҙҙе нығытып, һеҙгә бөтә изге ителгәндәр араһында мираҫ бирә ала. 33  Мин бер ҡасан да берәүҙән дә үҙемә көмөш, алтын йә кейем һораманым. 34  Һеҙ беләһегеҙ, мин үҙ ҡулдарым менән үҙемә лә, юлдаштарыма ла йәшәргә аҡса эшләп таптым. 35  Эшләгән бөтә эштәрем менән һеҙгә шуны күрһәттем: һеҙ тырышып эшләргә, хәлһеҙҙәргә ярҙам итергә һәм Хужабыҙ Ғайсаның „алыуға ҡарағанда биреүҙә бәхет күберәк“ тигән һүҙҙәрен иҫтә тоторға тейеш». 36  Һөйләп бөткәс, Пауыл бөтәһе менән бергә тубыҡланып, доға ҡылды. 37  Барыһы ла илап ебәрҙе һәм уны ҡосаҡлап үпте. 38  Пауылдың «бүтән мине күрмәҫһегеҙ» тигән һүҙҙәре уларҙы бигерәк тә ҡайғыға һалды. Шунан улар Пауылды карапҡа тиклем оҙатты.

Төшөрмәләр

Был ашарға саҡырыу булған.
Йәки «Хужабыҙға». Грекса ки́риос.
Йәки «ҡол кеүек хеҙмәт иттем».
Йәки «бер нәмәне лә».
Йәки «төплө шаһитлыҡ биреп».
Йәки «һөйөнөслө хәбәр хаҡында төплө шаһитлыҡ биреү».
Йәки «барыһының да ҡанынан саф булыуымды».
Йәки «Алланың бөтә ихтыярын».
Йәки «көтөү хаҡында наҙлы итеп ҡайғыртмаған».