125-СЕ ЙЫР
«Шәфҡәтлеләр бәхетле»
-
1. Беҙҙең Алла бик шәфҡәтле,
Ул шул тиклем мәрхәмәтле.
Беҙгә ярҙам ҡулы һуҙа,
Бынан ул ҙур шатлыҡ таба.
Кеше ихлас тәүбә итһә,
Алла уны ғәфү итә.
Онотмай ул: беҙ — тик тупраҡ,
Шуға ла күрһәтә шәфҡәт.
-
2. Гонаһ көсһөҙ иткән саҡта,
Беҙ ялбарабыҙ Хоҙайға.
Улы Ғайса өлгө биргән,
Былай тип әйтегеҙ тигән:
«Башҡаларҙы мин кисерәм,
Мине лә ярлыҡа, Аллам».
Шул саҡ йөрәк тынғы таба,
Үпкәләүҙәр юҡҡа сыға.
-
3. Бәхет сере — ул йомартлыҡ,
Биргән кеше тоя шатлыҡ.
Ихлас ҡылайыҡ игелек,
Онотолмаҫ был мәңгелек.
Бар эштәрҙе лә Йәһүә,
Күреп, мул фатиха бирә.
Шәфҡәтлеләр бик бәхетле,
Хоҙай өсөн алтын төҫлө.
(Матф. 6:2—4, 12—14-те лә ҡара.)