Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

ҺЕҘҘЕҢ ИҒӘНӘЛӘР НИМӘГӘ ТОТОНОЛА?

Видеоконференция аша үткән йыйылыш осрашыуҙары

Видеоконференция аша үткән йыйылыш осрашыуҙары

2020 ЙЫЛДЫҢ 26 ИЮНЕ

 Күп кенә хөкүмәттәр кешеләрҙән дистанция һаҡлауҙарын талап итте һәм бергә йыйылыуҙы тыйҙы. Йәһүә шаһиттары хөкүмәттең был талаптарын үтәй. Ләкин улар бергә йыйылыу ысулын тапҡан — йыйылыш осрашыуҙарын үткәрер өсөн Zoom кеүек ҡушымталарҙы ҡуллана.

 Йыйылыштар үҙ осрашыуҙарын даими рәүештә үткәрә алһын өсөн, Етәксе кәңәшмә, Zoom ҡушымтаһын ҡулланыу менән бәйле сығымдар ирекле иғәнәләр менән ҡапланасаҡ, тип ҡарар итте. Элек ҡайһы бер йыйылыштар видео бәйләнеште ҡуллана алмай ине, сөнки 15—20 доллар улар өсөн бик ҙур хаҡ ине. Шуға күрә улар түләүһеҙ ҡушымталарҙы ғына ҡулланды. Ләкин улар аша бәйләнешкә инеү хәүефле булған һәм конференцияға һанаулы ғына кешеләр ҡушыла алған. Хәҙер йыйылыштар ойошма биргән аккаунттарҙан файҙалана ала. Был учет яҙмалары ярҙамында бәйләнеш хәүефһеҙ була һәм күп кеше бәйләнешкә инә ала. Әлеге ваҡытҡа уларҙы 170-тән күберәк илдә 65 000-дән ашыу йыйылыш ҡуллана.

 Манадо ҡалаһындағы «Каираги» йыйылышы (Сулавеси утрауының төньяғы, Индонезия) түләүһеҙ ҡушымтанан Zoom программаһына күсте. Хади Сантосо ҡәрҙәш былай ти: «Электрон яйланмалар менән дуҫ булмаған ҡәрҙәштәр ҙә йыйылыш осрашыуҙарына еңел генә тоташа ала. Улар осрашыу барышында ҡат-ҡат яңынан тоташырға кәрәкмәгәненә бик шатлана».

 «Гуаяканес Оэсте» йыйылышынан өлкән Лестер Хихон (Гуаякиль, Эквадор) былай тип һөйләй: «Урындағы күп ҡәрҙәштәр бик ярлы йәшәй. Шуға күрә ҡайһы бер йыйылыштар, осрашыуҙарға бөтәһен дә тоташтырыр өсөн, үҙҙәренә Zoom программаһының түләүле версияһын һатып ала алмаҫ ине. Хәҙер ойошмабыҙ ярҙамында беҙҙең Zoom программаһы бар. Беҙ, лимит бөтә тип ҡурҡмайынса, осрашыуға күп кеше саҡыра алабыҙ».

 «Нгверере Норт» йыйылышынан (Лусака, Замбия) өлкән Джонсон Мванза былай тип яҙа: «„Zoom ярҙамында бер-беребеҙгә яҡыныраҡ булып киттек, шулай уҡ Йәһүәнең ҡайғыртыуын һәм беҙҙе ныҡ яратыуын тойҙоҡ“, — тигән һүҙҙәрҙе ҡәрҙәштәрҙән йыш ишетәбеҙ».

 Был учёт яҙмалары афәттәрҙән зыян күргәндәргә ярҙам итер өсөн бүленгән аҡсаға һатып алына. Был аҡса — бөтә донъя вәғәз эше өсөн йыйылған ирекле иғәнәләрҙең өлөшө. Ирекле иғәнәләр йыш ҡына donate.pr2711.com сайты аша килә. Йомартлығығыҙ өсөн рәхмәт! Ирекле иғәнәләрегеҙ ярҙамында мохтажлыҡ кисергән ҡәрҙәштәргә ярҙам итә алабыҙ (2 Коринфтарға 8:14).